Өмөт формулаһыПенсия тәғәйенләүҙең яңы формулаһы октябрь башында Рәсәй Президенты өҫтәленә ятырға тейеш. Оҙайлы ваҡыт сарыф итеп әҙерләнгән был документҡа ил Хөкүмәтендә юғары баһа бирелде. Дмитрий Медведевтың фекеренсә, уны үҙгәртеү мохтажлығы юҡ. Халыҡ ҙур өмөт бағлаған формуланы ижад итеүҙе шәхси күҙәтеүҙә тотҡан вице-премьер Ольга Голодец Хөкүмәт башлығын да уҙҙырып ебәрҙе: “Йәмәғәтселек хуплауына лайыҡ булған документ барыһын да ҡәнәғәтләндерә”.
Ил башлығы яңы формуланы раҫлармы, әллә кире бороп сығарырмы — Аллаһ Тәғәлә үҙе генә белә. Әммә хәҙер үк икеләнмәй шуны әйтергә мөмкин: яңы формула, белгестәр фекеренсә, юғары баһаға лайыҡлы ижад емешенә оҡшамаған, сөнки ул, тармаҡтағы стратегик бурысты урап үтеп, Пенсия фондында йылдар буйы тупланған ағымдағы проблеманы ғына хәл итеүҙе маҡсат итеп ҡуя.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2025 тапҡыр // Тотош уҡырға
Виноградты көҙ ҙә ултыртырға мөмкинВиноградты көҙ ҙә ултыртырға мөмкин (сентябрь аҙағында һәм октябрь башында). Әммә һатып алғанда бик иғтибарлы булырға кәрәк. Иң элек үҫентенең ҡышты үткәрергә әҙерлеге шарт, йәғни тамыры яҡшы үҫешкән булһын. Юғиһә насар ҡышлауы ихтимал.
Көҙ ултыртҡанда ағасты күмгәнгә ҡәҙәр ҙә, аҙаҡтан да йылы һыу һибергә кәрәк. Шулай эшләгәндә үҫемлек ауырымай, ныҡлы ерегеп китә. Виноградтың яңы ултыртылғанын да башҡа ҡыуаҡтарын ҡаплаған һымаҡ ҡышҡа әҙерләйҙәр. Ябырҙан алда һабағын ҙур булмаған лутрасил киҫәге менән уратһаң, үҫешеп етмәгән ботағы ла нормаға етә һәм яҡшы ҡышлай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1241 тапҡыр // Тотош уҡырға
1. "Ислам мәҙәниәте нигеҙҙәре"
"Мөхәммәт пәйғәмбәр — Исламға нигеҙ һалыусы"
“Киске Өфө” гәзитендә яҙыусы Илгизәр Бураҡаевтың Мөхәммәт пәйғәмбәр тураһында тәржемәүи яҙмалары байтаҡ баҫылды, шулай уҡ ғалим-яҙыусы Ғайса Хөсәйеновтың хеҙмәте нәшер ителде. Уҡытыусы уларҙы уҡып сыҡһа, үҙе өсөн күп мәғлүмәт алыр.
Был теманы үткән саҡта төп иғтибарҙы Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең кешелек сифаттарына йүнәлтеү һәм улар аша уҡыусыла ыңғай һыҙаттар тәрбиәләргә тырышыу мөһим. Пәйғәмбәрҙең тормошондағы ҡайһы бер ваҡиғаларҙы риүәйәт итеп һөйләү әһәмиәтлерәк булыр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 3399 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дин менән иман һәр кемгә өҫтөнлөк бирәКем эҙләй, шул таба, ә эшләмәгәндәр һылтауларға ғына оҫта, ти Владик Заһиров
Йүнселлек күптән илебеҙҙә заман талабына әүерелде. Ҡасандыр иң үткерҙәр һәм заманса аңлылар тотоноп киткәйне был эшкә. Бөгөн улар иңендә – иҡтисадыбыҙ именлеге. Ауыл ерендә йүнселдең хәле нисек, уны ниндәй мәсьәләләр борсой? Уларға эшләргә, үҫешергә мөмкинлек булдырылғанмы? Ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап эҙләп, Ҡыйғы районының Эшҡыуарҙар союзы рәйесе Владик ЗАҺИРОВҠА мөрәжәғәт иттек.
– Владик Саяф улы, һеҙ эшҡыуарлыҡ менән дә шөғөлләнәһегеҙ, шул уҡ мәлдә иңегеҙгә йәмәғәт эшен дә алғанһығыҙ...
Ком: 0 // Уҡынылар: 1346 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыҙыл кәбеҫтә салаты300 грамм ҡыҙыл кәбеҫтә, 300 грамм бәшмәк, ике тоҙло ҡыяр, бер баш һуған, 200 грамм ҡаймаҡ, тәменсә тоҙ, шәкәр ҡомо, йәшел тәмләткестәр алына.
Кәбеҫтәне туҡмас һымаҡ турарға, бер аҙ тоҙ һибергә һәм һуты сыға башлағансы ҡул менән ыуырға. Бәшмәкте бешереп алғас, оҙонса итеп киҫергә. Ҡыяр менән һуғанды ла яҡшылап йыуып, ваҡ ҡына итеп турарға. Һауытҡа һалып, тәменсә тоҙ, шәкәр ҡомо һибеп, ҡаймаҡ ҡушып болғатырға. Шулай итеп, әҙер салатты табынға ҡуяһы ғына ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1383 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡабаҡ салаты600 грамм ҡабаҡ, дүрт-биш алма, бер-ике лимон, бал, бер аҙ сәтләүек алына.
Ҡабаҡ менән алманың ҡабығын әрсергә, тостарын алырға һәм йоҡа ғына итеп турарға йәки ҡырғыста ҡырырға. Тәрән эсле һауытҡа һалып, өҫтөнә лимондың һутын һығырға, ә ҡабығын ыуырға. Бал һалып барыһын бергә бутарға ла өҫтөнә ваҡланған сәтләүек һибергә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1292 тапҡыр // Тотош уҡырға
Алма йыйыуҙың да рәте барАлма йыйыуҙы ҡойолғандарынан башларға кәрәк, сөнки һәр ҡайһыһында ҡорт йәки ҡарышлауыҡ булыуы ихтимал. Улар тотош баҡсаға тарала, шуға күрә ергә төшкәндәрен йыйып, шунда уҡ күмегеҙ.
Алмаларҙы ағастың аҫҡы ботаҡтарынан өҙә башлағыҙ. Артабан урталағыларына, аҙаҡ өҫтәгеләренә үрелегеҙ. Ошолай эшләгәндә, ергә аҙ ҡойолор. Тәлгәше менән алығыҙ, юҡһа насар һаҡлана. Ағас ботағын аҫҡа эйелдереп әйләндерергә, алманы тартып алырға ярамай. Улай иткәндә, емешле һабағын һындырырһығыҙ һәм был урында тиҙ арала ғына емеш күрмәҫһегеҙ.
Уны иртәнсәк, көн ҡоро торғанда йыйырға тырышығыҙ. Был ҡағиҙә айырыуса көҙгө һәм ҡышҡы сорттарҙы өҙөүгә ҡағыла. Ошолай иткәндә яҡшыраҡ һаҡлана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1332 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һарымһаҡты даими ҡулланһағыҙҺарымһаҡ ҡан тамырҙарындағы көсөргәнешлекте кәметергә булышлыҡ итә. Был, үҙ сиратында, ҡан баҫымы түбәнәйеүгә килтерә. Шуға күрә табиптар һарымһаҡты даими ашарға ҡуша.
Тәҡдим итеүҙәре юҡҡа түгел, мәҫәлән, милли аш-һыуҙа һарымһаҡ киң ҡулланылған илдәрҙә йөрәккә бәйле сирҙәрҙең аҙлығы иҫбатланған икән.
Һарымһаҡ боҙолмай һаҡланһын өсөн ҡайһы бер шарттарҙы үтәү мотлаҡ. Мәҫәлән, уны һалҡын урында (бер-өс градус йылылыҡта) һаҡларға кәңәш ителә.
*Һаҡларға ҡуйылған урын ҡоро булырға тейеш.
*Һаҡлау өсөн иң яҡшыһы — быяла банка, ағас йәшник һәм туҡыма тоҡсай.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1255 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡан баҫымын түбәнәйтеү кәрәкһә...Миләштән ҡайнатма
1 килограмм миләш, 1,5 килограмм шәкәр ҡомо, ике стакан һыу кәрәк.
Һайлап алынған һәм йыуылған емештәргә һыуытылған сироп ҡойоп, бер тәүлек тоторға. Иртәгәһенә сиропты һарҡытып ҡайнатырға. Һыуытҡас, еләккә һалып, әҙер булғанға ҡәҙәр йәнә ҡайнатырға кәрәк.
Миләштән повидло
Еләктәрҙе йыуып киптерергә, аҙаҡ бер тәүлеккә һыуытҡысҡа ҡуйып туңдырырға йәки 1-2 минут ҡайнатып алырға. Ул сағында әсеһе бөтәсәк. Әҙер еләк-емеште ит үткәргестән сығарып, ошо иҙмәгә шәкәр ҡомо һибергә лә (2 килограмм миләшкә 1 килограмм шәкәр ҡомо), һыу өҫтәргә (1 килограмм еләккә бер стакан һыу иҫәбенән).
Ком: 0 // Уҡынылар: 1372 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡартлыҡ шатлыҡ булмағандаҠартлыҡта яҡты зиһендең томалана барыуы, аҡыл еңеләйеүе ҡапыл ғына башланмай, бигерәк тә ҡан баҫымынан, атеросклероздан һәм инсульттан яфаланған кешеләрҙә күҙәтелә был сир. Башындағы һуштың китеүенең тәүге билдәләре беленеү менән өлкән кеше үҙһүҙлерәк, уҫалыраҡ була башлай, холҡо үҙгәрә, хис-тойғоға йышыраҡ бирелә, уйлау һәләте түбәнәйә. Аҡылындағы ошондай үҙгәрештәр уның үҙенә генә түгел, тотош ғаиләһенә ауырлыҡ тыуҙыра. Ауырыуҙың ҡылығы, асыуын тышҡа сығарыуы өсөн яҡындарына йыш ҡына оялырға ла тура килә. Былар барыһы ла уға тәрбиә күрһәтеүҙе ҡыйынлаштыра. Һис һүҙһеҙ, бындай пациентты ҡарауы еңел түгел, әммә ошо хәлде көйләүсе бер нисә ысул бар. Мәҫәлән, уға көнөн нисек үткәртеүҙе планлаштырырға кәрәк, әммә күнегелгән эштәренән айырмаҫҡа тырышығыҙ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1203 тапҡыр // Тотош уҡырға
350 грамм кәбеҫтә, бер кишер, 100 грамм йәшел борсаҡ, 100 грамм майонез, бер йомортҡа, йәшел укроп, һуған ҡыяғы, тәменсә тоҙ алына.
Иң элек кәбеҫтә менән кишерҙе таҙартырға һәм йыуырға. Кәбеҫтәне ҡырғыс аша туҡмаслап ыуырға, тоҙ һибеп, ҡул менән ышҡырға. Ҡырғыста ҡырылған кишерҙе, йәшел борсаҡты, туралған йомортҡаны ҡушырға ла, майонез һалып, яҡшылап болғатырға. Салатты һауытҡа һалаһы ғына ҡалды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 726 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡойола япраҡ, ҡойолаГоризонталь буйынса: 4. Ағай-эненең ҡатындары (бер-береһенә ҡарата); килендәш. 7. Хистәр менән һуғарылған шиғриәт. 8. Бәләкәй йылға. 8. Краснодар крайының Майкоп ҡалаһында йәшәүсе милләт. 11. Грецияның “раузалар утрауы”. 14. Йөҙҙө ҡарайтҡан хурлыҡлы хәл. 18. Минаның капсюлы. 21. Аттың ҡайсылай торған ағзаһы. 23. Билде бөккән ауырыу. 24. Америка бүреһе. 25. Байдарканың “ҡалағы”. 26. Филтәле яҡтыртҡыс. 28. Ялған һүҙ оҫтаһы. 30. Судно экипажы. 32. Паралич. 33. Ярлы кешегә ярҙам итеү өсөн кешенән йыйылған мал-мөлкәт. 34. Сәстәге “он”.
Вертикаль буйынса: 2. Ылыҫлы ҡыуаҡ. 3. Француз телендә “йәшен”де аңлатҡан десерт. 5. Хоккей матчының бер өлөшө.
Ком: 0 // Уҡынылар: 941 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Науруз байрамы — Яҙ башы, йыл башы"
Науруз байрамы көн менән төн тиңләшкән мәлдә (21-25 мартта) башлана ла ай ахырына тиклем һуҙыла. Уны халыҡта Яңы йыл башы, Яңы йыл байрамы тип тә йөрөтәләр.
Наурузға алдан әҙерләнеп ҡуялар. Һәр кем, һәр ауыл хәленән килгәнсә йыйына, уйын төрҙәрен уйлай, ҡайһы ерҙә ҡайһыныһын ойоштороу тураһында һүҙ беркетелә.
Науруз тыуған көндө һәр өйҙә һый әҙерләнә. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап, шуның өҫтөнә килелә төйөп быҡтырылған бойҙай һалынған ашҡа өҫтөнлөк бирелә. Бойҙай туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 977 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 23 Алға
Бит башына


william hill регистрация