Өлкәндәрҙең рәхмәте – мең бәрәкәт Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:

– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Иншаллаһ, иртәгә – Өлкән йәштәгеләр көнө. Ошо уңайҙан ололарҙы ихлас күңелдән ҡотлап, уларҙың Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенә өлгәшеп, һау-сәләмәт булыуын, балаларының изгелеген, шатлыҡ-ҡыуаныстарын күреп йәшәүен теләйем. Ҡартлыҡтың шатлыҡ икәнен раҫлап ғүмер итәйек, хөрмәтле ҡәрҙәштәр!
Ком: 0 // Уҡынылар: 668 тапҡыр // Тотош уҡырға
Теләгән йүнен тапҡан Иҡтисади көрсөк күптәрҙең кеҫәһенә “һуҡты”. Өҫтәмә килем тураһында кем генә уйланмай икән. Эш тәҡдим иткән сайттарҙың береһе тулы булмаған хеҙмәт көнө менән бер аҙ матди хәлде яҡшыртыу мөмкинлеге биргән вакансияларҙың исемлеген иғлан итте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 735 тапҡыр // Тотош уҡырға
Вәғәҙә — иман “Биргән вәғәҙәләрегеҙҙе үтәй башларға ваҡыт етте. Берәүҙе лә үткән ҡаҙаныштары өсөн һайламанылар. Һайлау — ул тәү сиратта халыҡтың етеш, яҡшы йәшәү теләге”, — тине республика Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканан Дәүләт Думаһына яңы һайланған депутаттар менән осрашыуҙа. Ниндәй партия ағзаһы булыуҙарына ҡарамаҫтан, барыһын да тығыҙ хеҙмәттәшлеккә саҡырҙы ул.
Ком: 0 // Уҡынылар: 759 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡояш кеүек инәй Саф Нөгөш һыуын эсеп, тәбиғәттең матурлығын, көсөн алған инсафлы ҡыҙҙың Хоҙай уны оҙон ғүмерле итеүе башына ла килмәгәндер. Ул йәшәгән йорттан нур бөркөлөп торған кеүек. Оло йөрәкле, күңел йылыһын һәр береһенә тигеҙ бүлеп таратҡан, ҡунаҡсыл һәм дә кешеләргә ихтирамлы, ҡояш кеүек асыҡ йөҙлө, киң күңелле сибәр инәй Миңһылыу Иҫәнбаева тураһында һүҙем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 924 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ер улдары Халҡыбыҙҙың “Атанан күргән — уҡ юнған”, “Алма ағасынан алыҫ төшмәй” тигән әйтемдәре Илгиз Ғабдрахмановҡа тулыһынса ҡағыла. Яңы Таулар ауылының тәжрибәле фермерын Шаран яҡтарында яҡшы беләләр. Уның атаһы — заманында киң билдәле “Аҡбарис” орлоҡсолоҡ совхозының “Почёт Билдәһе” орденлы алдынғы механизаторы Фәрих ағай ҙа – үҙ төбәгендә хөрмәтле шәхес. Уларҙың икеһенә ҡарата ла “ер улдары” тип әйтеү бер ҙә яҙыҡ булмаҫ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 918 тапҡыр // Тотош уҡырға
Боронғолоҡҡа ишек асыу Сал тарих шаһит: башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының даны донъяның төрлө тарафына яңғыраған. Улар йорт усағын һаҡлап ҡына ҡалмаған, ирҙәре менән бергә яу сапҡан, һунар иткән. “Батыр тыуҙырғың килһә, башҡорт ҡыҙын ал”, – тип юҡҡа ғына әйтмәгән күрше халыҡтар, сөнки беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙарҙа матурлыҡ менән батырлыҡ бергә уҡмашҡан.
Шундай заттарҙың береһе – Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмира Ҡыуатова. Күптән түгел Ҡырғыҙстанда II Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындарында ҡатнашып ҡайтты сая апайыбыҙ.
Шуны әйтеп үтергә кәрәк: башҡорт халҡы күсмә тормошта йәшәгән тиеү бик үк дөрөҫ түгел. Борон-борондан мәғрур Уралды төйәк иткән милләтебеҙ йәй айҙарында ауылдарҙан йәйләүгә күсеп көн күргән. “Күсмәлегебеҙ” шунан килә лә инде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 717 тапҡыр // Тотош уҡырға
Граф Монте-Кристо көнләшерлек... Рәсәй Эске эштәр министрлығының Иҡтисади хәүефһеҙлек идаралығында хеҙмәт иткән полковник Дмитрий Захарченконан туғыҙ миллиард һум аҡса тартып алыныуы тураһында ишетеп, аптырауҙан бот сапҡан кешеләр аҙ булмағандыр. Шулай вазифа биләгән бәғзе “оҙон ҡулдар”ҙың ҡулға алыныуы хәҙер ғәҙәткә әйләнеп бара һымаҡ, әлеге осраҡ иһә урланған аҡсаның ауырлығы тоннанан ашыу булыуы менән шаңдау тыуҙырҙы. Хәтерҙә ҡалғандарының ҡайһы берҙәренә күҙ йүгертеп сығайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 660 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Сая рухым минең һис ҡасан да ташлап китмәҫ тыуған Ватанды!” “Бөркөт бит һин!”, “Гүзәл кешеләр һеҙ!” Эпитеттарҙы йәлләмәне ағай. Тойғо-кисерештәрен дә. Кешеләрҙе ихлас яратты. Асыҡ та, алсаҡ та ине. Яҙмышы гел аяҙҙан ғына тормаһа ла, күңеле лә, ижады ла шау ҡояшлы булды. Яҡшы шиғыр яҙып та, насар уҡыған шағирҙар була. Насар шиғыр яҙып та, матур уҡығандары ла осрай. Абдулхаҡ ағай һирәгерәк осрай торған өсөнсөләр рәтенән ине: уның сәхнәләрҙә шиғыр уҡыуы тотош бер драма кеүек була торғайны. Шиғри һүҙҙәре уның йәнен йыртып сығып, керештән осҡан уҡ һымаҡ һәр тамашасының күңеленә барып ҡаҙала ине. Шағир үҙе талпынып-талпынып осоп ҡына китерҙәй:
Ком: 0 // Уҡынылар: 1312 тапҡыр // Тотош уҡырға
Зәйнулла РӘСҮЛЕВ: “Мин – мохтаждарҙың ҡоло” “Ҡартатайым Зәйнулла ишан Рәсүлевтең һүҙҙәре был”, – ти уның бүләсәре Нилүфәр Рәсүлева. Бөгөн Силәбе ҡалаһында йәшәгән ханым үҙенең бөйөк ҡартатаһы тураһында беҙгә беренсегә бәйән итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 739 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәштәргә нимә кәрәк? Бөгөн йыш ҡына шундай һорау бирәләр. Ысынлап та, йәштәребеҙ нисек йәшәй, ниндәй уйҙар кисерә, һынауҙарҙы нисек үтә? Әлбиттә, уларға кәңәш биреүселәр ҙә күп. Өлкәндәрҙең һәр береһе тиерлек замана йәштәрен шелтәләргә, төрлө сетерекле хәлдәрҙә “ә беҙ йәш саҡта…” тип өйрәтергә ярата. “Атайҙар һәм балалар” мөнәсәбәтенең ҡатмарлылығы һәр дәүерҙә лә булғандыр. Быуындар бәйләнеше ныҡлы хәлдә лә, йәш һәм өлкән быуынды бер-береһенә ҡаршы ҡуйырҙай ваҡиға-күренештәр табыла. Үрҙә ҡуйылған һорауға (йәштәргә нимә кәрәк?) яуап эҙләп ҡарайыҡ.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының эш йүнәлештәрен хуплап, йәштәрҙе күберәк йәлеп итергә саҡырам. Шуға ла “Ҡоролтай тауышы” гәзите аша йәш быуынға, уларҙы тәрбиәләгән милләттәштәргә өндәшергә булдым.
Ком: 0 // Уҡынылар: 849 тапҡыр // Тотош уҡырға
Көҙгө моңһоулыҡҡа урын юҡ Көҙгө һауа торошо, тәбиғәттең моңһоулығы күптәргә насар тәьҫир итеүсән. Ошондай ваҡытта организм төрлө витаминдарға айырыуса мохтаж, ти белгестәр. Был йәһәттән Ҡөрьәндә иҫкә алынған барлыҡ йәшелсә-емеш әҙәм балаһының тән һәм йән сәләмәтлегенә ыңғай йоғонто яһай. Күптәре сирҙәрҙе иҫкәртә, дауалай. Өҫтәүенә Аллаһ Тәғәлә емештәрҙең төҫөн дә матур, әҙәм балаһының күңеленә ял бирерлек итеп яралтҡан.
Ком: 0 // Уҡынылар: 432 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡыуып етеп, уҙып китербеҙме? Ай күрҙе, ҡояш алды. Был әйтем юлаевсы Кирилл Капризов тураһында булыр. Кисә герой ине, бөгөн һуғыш суҡмарына әйләнде.
Ком: 0 // Уҡынылар: 454 тапҡыр // Тотош уҡырға
Бейеү сирҙе еңдергән Һүҙем – башҡорт бейеүҙәрен ҙур оҫталыҡ менән башҡарған Надежда Александровна Ғарипова тураһында. Урыҫ милләте вәкиленең, Пермь сәхнәләрендә башҡорт бейеүҙәрен башҡарып, сәнғәтебеҙҙе күтәреүе оло хөрмәткә лайыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 348 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 27 Алға
Бит башына


работа и сотрудники.