Һөт һәм һут — тәмәкегә ҡаршы сара

23-08-2013, 09:43 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Һөт һәм һут —  тәмәкегә ҡаршы сараТәмәке тартыуҙы ташларға махсус диета булышлыҡ итә. Дьюк университеты (АҠШ) ғалимдарының һүҙҙәренә ҡарағанда, тәмәкене тәмһеҙләндергән аҙыҡтар бар. Мәҫәлән, һөт һәм һөт ризыҡтары, һыу һәм һут — шулар иҫәбендә.
Еләк-емеш, йәшелсә ашағандан һуң тәмәке тартһаң, ауыҙҙа насар тәм барлыҡҡа килә. Ә бына спиртлы эсемлек, киреһенсә, төтөн тәмен яҡшырта. Ҡәһүә, сәй, кока-кола эскәндән һуң да кинәнеп тартаһың. Тәмәкенән баш тартырға йыйыныусылар ошоларҙы иғтибарға алһын.