Шып-шыма булыуын теләйһегеҙме?

23-08-2013, 09:45 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Терһәк йәки тубығығыҙ йәмһеҙләнеп, ҡытыршыланып киттеме? Әгәр шулай икән, ошо кәңәшкә ҡолаҡ һалығыҙ.
Йылытылған үҫемлек майынан ванна уларҙы шып-шыма итер. Бының өсөн терһәктәрҙе уға биш минутҡа тығып тораһың да пемза менән ышҡыйһың. Ошолай эшләгәндә ҡытыршылатҡан үле күҙәнәктәр еңел ҡуба. Артабан крем ҡулланаһың.
Ә бына тубыҡҡа ванна яһауы ҡатмарлыраҡ, шуға күрә уға лимон һуты ҡушып йылытылған үҫемлек майы һөртәһең. Терһәкте шымартҡандағы кеүек үк пемза менән дә ышҡыйһың.