Боҙмай ғына бысығыҙ

23-08-2013, 09:47 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Боҙмай ғына бысығыҙФанерға бысҡы тейҙерермен тимә, ярыла башлай, һөҙөмтәлә төҙөлөш материалы эшлектән сыға. Нисек итеп уны боҙмай ғына бысырға икән?

И. СӘЛМӘНОВ.

Йәрмәкәй районы.

Ғөмүмән, фанера кеүек материалдар менән эш иткәндә бик һаҡ ҡыланырға кәрәк. Уны бысыр алдынан тигеҙ генә урынға һалығыҙ ҙа тейешле ерен ҡәләм менән асыҡ итеп билдәләгеҙ. Артабан ПВА елемен шул һыҙыҡҡа (1,5 — 2 см) һөртөгөҙ ҙә кипкәнен (10 — 15 секунд) көтөгөҙ. Хәҙер инде ҡурҡмайынса фанерҙы бысырға ла мөмкин.
Әйткәндәй, эш ҡоралығыҙ һәр саҡ уңайлы булһын (бысҡы менән балта үткер, салғы тапалған, сүкеш йәтеш, ҡаҙау һурғыс аралы һ.б.)