Борос менән кишерҙән икра

23-08-2013, 10:15 // Йәмғиәт // Баҫып сығарырға
Борос менән кишерҙән икраБоростан һәм кишерҙән икра әҙерләү өсөн биш килограмм татлы борос, 300-әр грамм кишер, һуған һәм помидор, ике-өс петрушка тамыры (сельдерей ҙа ярай), тәменә ҡарап әнис, петрушка япрағы, 80 грамм тоҙ, әсе борос (биш грамм самаһы) алына.
Татлы боросто бешергәс, ҡабығын һыҙырып алырға ла ит турағыстан үткәрергә. Һуған менән кишерҙе түңәрәкләп киҫергә лә үҫемлек майында ҡыҙҙырырға кәрәк. Помидорҙы, йәшел тәмләткестәрҙе лә ит турағыстан сығарырға һәм күләме ике тапҡыр кәмегәнгә ҡәҙәр ҡайнатырға. Шунан барыһын да бергә ҡушып, тәмләткестәр, тоҙ, аҙ ғына шәкәр һалырға. Ҡайнап сыҡҡандан һуң 10 минут һүрән утта тотҡас, банкаларға тултырырға. Бер сәғәт самаһы стерилләгәс, түңкәреп, һыуытырға ҡуйырға.