Алма ҡоймағыАлманы оҙаҡ һаҡлай алмайбыҙ, шуға күрә витаминға бай был емеште мәлендә күберәк ашап ҡалыу яҡшы. Әрәм-шәрәм итмәйем тигән кеше унан әллә күпме ризыҡ әҙерләй ала. Мәҫәлән, алманан бешерелгән ҡоймаҡ та бик тәмле.
Әсегән һөт йә кефирға йомортҡа ватып һалабыҙ, тоҙ өҫтәйбеҙ һәм он ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамыр яһайбыҙ. Алмаларҙың үҙәген алып, һәр береһенән биш-алты түңәрәк киҫәбеҙ. Табаны утҡа ҡуйып, бер ҡалаҡ май иретәбеҙ. Ул әҙер булғансы алма киҫәктәрен, сәнске менән эләктереп, ҡамырға манып алабыҙ һәм табаға теҙәбеҙ. Бындай ҡоймаҡ оҙағыраҡ бешә. Артабан тәрилкәгә һалып, өҫтөнә шәкәр ҡомо һибеп, табынға ҡуябыҙ.

1 килограмм алмаға 300-400 грамм һыу, 1,3-1,5 килограмм шәкәр ҡомо, 200 грамм сейә япрағы кәрәк.

Бәлеше лә тәмле


Тәрән эсле һауытҡа он һалабыҙ, өс ҡалаҡ шәкәр ҡомо, ике йомортҡа һарыһы, йомшартылған май өҫтәйбеҙ һәм ҡамыр баҫабыҙ. Ҡамырҙы бер сәғәткә һалҡын урынға ҡуйып торабыҙ. Сантиметр ярым ҡалынлығында йәймә йәйәбеҙ. Ҡырыйҙарынан ике сантиметр һалындырып ҡалдырып, йәймәне уҡлау менән майланған табаға күсерәбеҙ.
Кремды былай әҙерләргә: йомортҡа ағын ҡуйы итеп күбекләндерергә, әкренләп шәкәр ҡомо менән крахмал өҫтәргә. Ҡабығы эрселгән, ваҡ ҡына итеп шаҡмаҡлап туралған алмаларҙы күбекләндергәнсе йомортҡа ағына ҡушырға, болғатырға һәм тигеҙләп йәймә өҫтөнә һалырға.
Йәймәнең һалынып торған ҡырыйҙарын эскә бөкләйбеҙ һәм мейескә тығабыҙ. Уртаса температурала яҡынса 40 минут бешерәбеҙ. Әҙер бәлеште 30 минутлап һыуытҡас, өлөштәргә бүлеп, табынға ҡуябыҙ. Тулыр-тулмаҫ ике стакан он, өс аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 100 грамм май, уртаса ҙурлыҡтағы биш алма, ике йомортҡа һарыһы алына.
Крем өсөн берәр аш ҡалағы шәкәр ҡомо һәм картуф крахмалы, ике йомортҡа ағы кәрәк.